Тема:
Йәшәү мәғәнәһе нимәлә?
Акулова Гульнара Ханнановна
Маҡсат: Телмәр үҫтереүҙе формалаштырыу , ижади һәләтте
үҫтереү, үҙеңдең
яҙмышыңа төплө һәм уйланылған ҡараш тәрбиәләү,һорауҙарға яуап табырға
ҡыҙыҡһыныу уятыу,йәшәүҙәң мәғәнәһенә
иғтибарҙы йүнәлтеү, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, эстетик зауыҡты үҫтереү, йәшәргә
ынтылыш тәрбиәләү.
Йыһаздар һәм материалдар: мультимедия,
кластер,ҡом сәғәте.
Метод һәм алымдар: әңгәмә, "
Әҫәрҙе таны” уйыны, кластер төҙөү.
Үткәреү формаһы: оҫталыҡ дәресе.
Оҫталыҡ дәресенең барышы:
-Беҙҙең тормош йылдар, айҙар, көндәр ағышынан ғына
тормай, ә минут һәм секундтарҙан тора. Нимә ул хәтер? Кәрәкме ул?
Яҡынса яуап:
Хәтер – уткәндәге ваҡиғаларҙы, эмоцияларҙы күңелдә һаҡлай алыу
мөмкинселеге. Бәхетле миҙгелдәр ҡыҫҡа, ә хәтер беҙгә уларҙы ваҡыт аралығында
тикшереп ҡарарға мөмкинселек бирә. Беҙ үпкәләү, ҡайғы, ҡурҡыу кеүек хистәрҙе
хәтерҙең һаҡлауы менән дә йәшәйбеҙ. Шуға ла уны "хәтер һандығы” тип атайбыҙ.
Тормоштоң гүзәллеге, матурлығы ана шул күп төрлө булыуында.Хәтер беҙгә бик тә
кәрәк.
-Был фекер менән һеҙ килешәһегеҙме?
1.Йәмғиәттә кеше : ҡом сәғәтендәге ҡом бөртөгө.
2.Йәшәү – ғүмер ағышы.(фекерҙәр дәлилләнә).
-Кеше ни өсөн йәшәй?
Яҡынса яуап:
-Тормошҡа шатланыу өсөн.
-Уңышҡа ирешеү өсөн.
-Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереү өсөн.
-Белем алыу, һөнәрле булыу өсөн.
-Күп аҡса эшләү өсөн.
-Йәшәү тураһында уйлағанда нимәләр
кисерәһегеҙ?
-Үҙ – үҙеңә ышаныу.
-Киләсәктән ҡурҡыу.
-Шул ваҡытта кем менәндер һөйләшергә
теләйһегеҙме?
-Был уйҙар мине
генә борсомай әле , тип уйлайһың.
-Юҡ, был һәр кемдең үҙ эше. Һәр кемдең үҙ юлы бар.
-Мәғәнәле йәшәргә кәрәк. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
-Көндәр ағышында беҙ уның мәғәнәһен юғалтабыҙ. Беҙ
йәшәүҙең күпме ҡалған икәнен дә белмәйбеҙ. Бәлки йәшәүҙең һуңғы көнө
иртәгәлер? Бәлки бер нисә йылдан һуңдыр?
-Шатлыҡ, бәхәт, уңыш янында күңел төшөнкөлөгө, емерелгән
хыялдар ҙа бар.
-Әҙәби әҫәрҙәрҙә йәшәү мәғәнәһе нисек
тасуирланған?
"Әҫәрҙе таны” уйыны.
Әҫәрҙән
өҙөк
|
Әҫәрҙең исеме
|
Тәбиғәттәге үҙгәрештәр тыуған төбәктәренә ҡайтып барған
кешеләр күңелен болоҡһота, һағыныу хистәрен тулата. Һәр ҡайһыһы үҙ алдына ,
ошо илаһи матурлыҡты , ошо киң иркенлекте ҡала тарлығына, дүрт таш стенаға
нисек алмаштырҙыҡ икән , тип аптырай.Аптырай һәм, мотлаҡ кире ҡайтырға кәрәк,
тип уйлай.
|
Әмир
Әминев.
" Ҡытайгород” (повесть).
|
…Бына, юғарыға табан оҙонсалап, аҡҡош муйынына барып
тоташҡан йомрораҡ ҡорһағына ҡойроҡто уралта
терәп, туҙбаш йылан көршәктән һыу эсергә ынтылған. Был көршәктең
тотҡаһы. Тау ҡыҙҙары көршәкте, ошо туҙбаш йыландан тотоп, яурындарына күтәреп
ултыртҡандар… Ә бит кешегә күпме һыу кәрәк?Быны үҙ елкәләрендә татығас, баяғы
һыу ташыусы ҡыҙҙыр яҡшы белгәндәр инде…
|
Зәйнәп
Биишева.
"Һөнәрсе менән
Өйрәнсек”.
(хикәйәт)
|
Ул улын ярата,
һаман ярата, өмөтөн аҡламаһа ла ярата ине, үҙен ташлаһа ла, хаттар яҙмаһа ла,
иҫерек көйө ауыл урамы буйлап йөрөгән һәм, пенсия аҡсаһын эсеп бөтөрөп,
яңынан оҙаҡҡа юғалған ваҡыттарында ла ярата ине. Ул үҙенең һуңғы һулышына
тиклем улын яратты, тәҙрә төбөндә ултырып һаман көттө лә көттө…
|
Талха
Ғиниәтуллин.
" Әсә һәм
бала”.
(хикәйә)
|
-"Йәшәү мәғәнәһе” тигән темаға кластерҙар төҙөп ҡарайыҡ.
( Һәр кем үҙенең кластерын тәҡдим итә).
-Ысынлап та шулай. Мин дә
һеҙҙең фекер менән килешәм. Йәшәү
мәғәнәһе шунда икән:
-Һау-сәләмәт
бәлғанда;
-Тыуған ерең
булғанда;
-Үҙ – үҙеңде
ихтирам иткәндә;
-Үҙ – үҙеңде күҙ
уңында тотҡанда;
-Ғүмерҙең һәр
миҙгеле ҡәҙәрле булғанда һәм шуға һөйөнөп йәшәгәндә ;
-Тормошҡа өмөт
менән ҡарағанда.
Ололар әйткәнсә, яҙмыш һинең теҙ аҫтына килтереп
һуҡһа, йығылмаҫ өсөн яҡаһына йәбеш. Уттарға һалһа – үҙең унан да көслө ян, шул
ваҡытта ҡыҙыулығын һиҙмәҫһең. Һыуға ташлаһа, күбек булып өҫкә күтәрелмә –
аҫылташ булып төпкә бат, ялтырауыңды күреп сумып алырҙар. Саң – туҙан итеп
һауаға күтәрһә – ямғыр тамсыларына ҡушылып ереңә төш. Йөрәгеңде елкән итеп
күтәр.Түҙемлеләр генә бәхеткә лайыҡ!
Шулай уҡ Фәнис Яруллиндың шиғырын да уҡып китәйек :
Беҙҙең йөрәктәрҙә йәшлек
ҡаны, Дөрләй – дөрләй яна
урғылып.
Беҙ йәшәргә тыуҙыҡ был донъяға, Сәскә
тажындағы нур
булып.
Күрә белһәң ерҙең матурлығын, Шундай гүзәл беҙҙең
донъябыҙ. Донъя тағы матур булһын
өсөн
Беҙ
йырҙарҙан һәйкәл ҡоябыҙ.
-Дәресте "Яҡшылыҡ барыбер күберәк” йыры менән
тамамлайыҡ.
1.Был донъя йәмһеҙ, тип
зарланма,
Матурлыҡ барыбер
күберәк.
Болотло көндәре булһа
ла,
Ҡояшлы көндәре күберәк.
Зарланма донъянан эй,
кеше,
Матурлыҡ барыбер күберәк. Булһа ла донъяла
ҡаралыҡ,
Барыбер яҡшылыҡ күберәк.
2.Гөлдәр һис зарланмай яҙмышҡа, Төшһә лә ҡай саҡта ҡар-
ҡырау.
Был
донъя ҙур көрәш
майҙаны,
Ҡуя ул һәр көндө ҙур һынау.
Зарланма
донъянан эй,
кеше,
Матурлыҡ
барыбер күберәк. Булһа ла донъяла
ҡаралыҡ,
Барыбер
яҡшылыҡ күберәк.
|